Мәктәп уҡыусыларының ҡышҡы каникулы дауам итә. Уларға ҡыҙыҡлы ял сәғәттәре булдырыу ғына түгел, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйлау осоро ла.
“Һатып алып ҡына күңелдәрен күреп булмай, фантазияны, аш-һыуға оҫталыҡты эшкә егәбеҙ. Шуға бөгөн тәҡдим итәсәк тәмлекәс бар ғаилә ағзаларына ла оҡшаясаҡ, байрамда ғына түгел, ә йәмле киске табынға ҡуйырға ла бик ҡулай”, тип шәп рецепт менән уртаҡлашты Ишембай ҡалаһынан Роза Йәнбирҙина.
"Биш кешегә иҫәпләп алғанда, был тәмле десерт өсөн беҙгә ике ҡап аҡ шоколад, ике ҡап ҡара шоколад, 12 аш ҡалағы 20-25 процентлы ҡала ҡаймағы, ике төрлө төҫтәге печеньеларҙан ике ҡап һәм өҫтөн биҙәү өсөн фисташка валсыҡтары йәки әҙер биҙәгестәр кәрәк буласаҡ. Иң тәүҙә шоколадтарҙы айырым һауыттарға һалып, микротулҡынлы мейестә иретеп алабыҙ ҙа, алтышар ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Печеньеларҙы блендерҙа ваҡлайбыҙ. Десертты түбәндәгесә һалабыҙ: беренсе - аҡ шоколад, икенсе - ҡара шоколад, өсөнсө - печеньелар һәм артабан шул тәртиптә дауам итәбеҙ. Өҫтөн биҙәү һеҙҙең ҡарамаҡҡа, әммә иң тәмлеһе фисташка валсыҡтары менән килеп сыға.
Каникулдар яңы ризыҡ төрҙәрен әҙерләргә өйрәнеү, ғаилә менән бергә булыу өсөн биреләлер. Ошо ваҡытты балалар менән үткәреүгә бер ни ҙә етмәй. Хатта тәмлекәсте әҙерләгәндә олоһоноң да, кесеһенең дә эргәңдә уралыуы - үҙе ҙур бәхет!" - ти бәхетле әсәй.
Десерт эшләүҙең ҡатмарлылығы юҡ, ә тәме телде йоторлоҡ! Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле. Күп кенә бәләкәстәрҙең яратҡан ризығына әүеререлеренә лә шик юҡ. Тәмле аштар һәм матур ялдар һеҙгә!
Фото һәм видео Роза Йәнбирҙинаның архивынан.