Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
9 Ғинуар 2023, 09:00

Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы

Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ижади  конкурста ҡатнашыусыларға социаль селтәр аша  ҙур рәхмәт белдергән...

Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы

 Илеш районында йыл  һайын ауыл биләмәләре араһында йорт һәм урамдарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс үткәрелә. Быйыл да бәйге юғары кимәлдә үтте, тип хәбәр итә “Маяҡ” гәзите. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ижади  конкурста ҡатнашыусыларға социаль селтәр аша  ҙур рәхмәт белдергән.

“Быйыл конкурсҡа йомғаҡ яһағанда эштәрҙең тематикаһына, яҡтылыҡ биҙәлешенә, ижади кимәленә, дизайн үҙенсәлегенә һәм яңылығына иғтибар бирелде.Бөтә ауыл биләмәләре лә Яңы йыл байрамына яҡшы әҙерләнде. Ауылдарҙы байрамса биҙәүҙә айырыуса ҙур  таһыллыҡ, ижади ҡомар күрһәткән ауыл биләмәләре менән танышығыҙ: Бишҡурай, Сүлте, Йөннө, Иҫке   Күктау, Рысай, Исәмәт, Иҫәнбай, Ҡужбахты, Этәй, Ябалаҡ ауыл Советтары. Конкурста еңеүселәрҙе ҡотлайым һәм биләмәләрҙе байрамса биҙәүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм”,– тип яҙған Илдар Мостафин. Боҙ һәм ҡарҙан  ғәжәп матур һындар яһаған, урамдарҙы әкиәт донъяһына әүерелдергән  илештәрҙең уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел! Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр менән дәртләндереләсәк.

Фото: “Маяҡ” гәзите.

Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Еңеүселәрҙе һайлау анһат булманы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: