Матур үтһен ялығыҙ
10 Ғинуар 2023, 04:00

Бала саҡ "пишенйәһе"

Бәләкәй саҡты иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.

Бала саҡ "пишенйәһе"Бала саҡ "пишенйәһе"
Бала саҡ "пишенйәһе"

Бала саҡты иҫкә төшөрөп, ошо тәмле генә печеньены бешереп алайыҡ әле.

Бының өсөн беҙгә 100 грамм шәкәр (татлы ризыҡ яратһағыҙ, 150-200 грамм алығыҙ), 250 грамм он, 0,5 стакан йылы һөт, 100 грамм аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, ике йомортҡа, бер сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк.

Иң тәүҙә йомортҡа менән шәкәрҙе туҡырға, артабан башҡа ингредиенттарҙы ҡушырға, он менән ҡамыр ҡабартҡысты иң аҙаҡ өҫтәргә. Миксер ҡулланһағыҙ, эшегеҙ күпкә еңелләшер.

Майланған табала печенье бешерергә. Был рецепт электр ярҙамында эшләгән формалар өсөн дә бара.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: vk.com/public210430372

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас