

Хеҙмәт кешеһенә дөрөҫ ял ойоштора белеү ҙә зарур. Бер төрлө тормош ялҡытып киткәндә, бигерәк тә ауыл ерендә, ҡыҙыҡлы саралар үткәреп, күңелде ҡуҙғытып алыу - артабан дәртләнеп донъя көтөргә яҡшы этәргес ул.
Бөрйән районының Аҫҡар ауылы кешеләренең дә оҙайлы каникул көндәре күңелле үткән. Был турала ауыл китапханаһы мөдире Наилә Мырҙабулатова яҙып ебәргән. "Ҡыш ыжғыр бурандары, сатлама һыуыҡтары менән ҡурҡытып тороуға ҡарамаҫтан, Аҫҡар халҡы Яңы йыл байрамдарын күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Был йәһәттән мәктәптең физика һәм математика уҡытыусыһы Биктимер Мырҙабулатов ойоштороу эштәрен алдан уҡ башлағайны инде: саралар тураһында белдереү таратты, урам командалары төҙөп ҡуйҙы.
1 ғинуарҙа боҙ майҙансығында быймала хоккей ярышы үткәрелде. Етеҙлек, сослоҡ талап иткән был уйында дүрт урам командаһы көс һынашты. Йәштәр менән бергә ололарҙың да хоккей уйнауын күреү ҡыуаныслы күренеш булды. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы ағзалары уйынсыларға ҡайнар сәй әҙерләне, ә көйәрмәндәр үҙҙәренекеләрҙе дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙо. Һәр кем бындай сағыу саранан күтәренке рух алып ҡайтҡандыр, моғайын.
2 ғинуарҙа, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, артабанғы ярышҡа - урамдар араһында үтәсәк эстафетаға йыйылдылар. Был юлы ла ҡыҙҙар, егеттәр дәртләнеп, ҙур теләк менән ҡатнашты, тамаша ҡылыусылар ҙа етерлек ине.
Ысын ир-егет техника менән оҫта эш итә белергә тейеш - 3 ғинуарҙа һабантуй яланына тракторҙар менән уҙышҡа сыҡтылар. Ярыштың шарты буйынса, тракторҙарҙа тәрән көрттө йырып барып, алдан әҙерләнгән ағасты йәһәт кенә тағып, кире әйләнергә тейештәр. Егеттәр бер-береһенән ҡалышмай, ҡуйылған бурысты тиҙ арала атҡарып сыҡты.
Дәртләндереп торорға көйәрмәндәр ҙә күп йыйылғайны был көндә. Ярыш тип иғлан ителгәс, еңеүселәре була. Ауыл эшҡыуарҙары ярҙамында уларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ҡомарлы ярыштың икенсе файҙалы яғы: ауыл урамындағы юл таҡырайып, ҡарҙан таҙарып ҡалды.
Бар ауыл халҡы күңелле ялдар өсөн Биктимер Мырҙабулатовҡа, Аҫҡар урта мәктәбе директоры Ильяс Йәрмөхәмәтовҡа, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән башҡа әүҙем ир-егеттәргә рәхмәт әйтә, барыһына ла һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләй. Артабан да шулай татыу йәшәргә, ошондай сараларҙы бергәләп үткәрергә яҙһын ине, ти улар".
Фотолар: Аҫҡар ауылы китапханаһы.