Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Ғинуар 2023, 16:17

ЙОНДОҘНАМӘ (16 – 22 ғинуар)

9111.ru
Фото:9111.ru

ҠУҘЫ

Был аҙналағы ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тура килер, моғайын. Ҡул ҡаушырып ул­тырмағыҙ, әүҙемерәк эш итегеҙ. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яңы йүнәлештәрҙе күҙаллағыҙ.

 

БУҒА

Шәхси тормоштағы ваҡиғаларға тыныс ҡарарға кәңәш ителә. Яҡындарығыҙға баҫым яһамағыҙ, мөһим ҡарар ҡабул итеүҙә тупаҫлыҡ күрһәтмәгеҙ. Теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә уйламай эш итеүегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна көтөлмәгән ваҡиғаларға бай, шуға күрә бер нәмәне лә алдан күҙалламағыҙ, һөҙөмтә һеҙ уйлағанса булмаҫ. Йүнселлек өлкәһендә эшләһәгеҙ, шөғөлөгөҙгә үҙгәреш индермәҫкә кәңәш ителә. Юғиһә үҫеш мөмкинлеген юғалтырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Ҡатмарлы осор көтөлә. Һеҙ мөнәсәбәттәрҙә аныҡлыҡты  өнәп етмәйһегеҙ, шуға ла бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Әүҙемлек күрһәтмәгеҙ, хәл-шарттарға буйһо­норға тырышығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, баш­лаған эште ахырына еткерегеҙ. Отошло килешеү төҙөп, финанс хә­легеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Яҡында­рығыҙҙың бурысҡа аҡса һорауы бар, баш тартмағыҙ, тиҙҙән үҙегеҙгә лә ярҙам кәрәк булыуы ихтимал.

 

ҠЫҘ

Яҡындарығыҙ менән дә мөнә­сәбәттәр киҫкенләшер. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ, юҡ-барға иғтибар итеп, уларҙы нахаҡҡа рәнйетеүегеҙ ихтимал. Эшмәкәрлек өлкәһендә тәүәккәл булырға кәңәш ителә.

 

ҮЛСӘҮ

Тотороҡлолоҡто һаҡлағыҙ. Бирешмәгеҙ, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ. Был аҙнала мөһим документтарға ҡул ҡуймаҫҡа кәңәш ителә. Бик арығанһығыҙ, бер аҙ ял итеп алығыҙ.

 

САЯН

Эшегеҙ ҙә, өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә бик күп ваҡыт талап итер. Күңел асыу сараларынан баш тартып торорға тура килер, моғайын. Ҙур ғына сығым көтөлә. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, табипҡа күренегеҙ.

 

УҠСЫ

Шәхси һәм ижади һәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бик уңайлы аҙна. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңыштар көтә. Абруйығыҙ бермә-бер артыр. Физик эш менән мауығып, ял тураһында онота күрмәгеҙ.

 

ЫЛАҠ

Яҡындарығыҙ менән мөнәсә­бәттәрҙә лә йомшаҡлыҡ күрһәтегеҙ, һөҙөмтәлә абруйығыҙ, дәрәжәгеҙ артыуын асыҡ тойорһоғоҙ. Эшмәкәр­лектә артыҡ әүҙем ғәмәлдәр өсөн уңайһыҙ осор.

 

ҺЫУҒОЯР

Әле бер, әле икенсе мәшәҡәт тыуып ҡына торор. Ҡыҙыҡлы кешене осратырһығыҙ. Ябай та­нышлыҡтың ҙур тойғоға әүерелеүе мөмкин. Эш урынындағы һөйләшеүҙәрҙә әүҙем булығыҙ – уңыш ҡаҙанырһығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Эш өлкәһендә инвестиция һалыу өсөн уңайлы мәл, ул үҙен тиҙ арала аҡлар. Туҡланыуығыҙға иғтибар итегеҙ, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренең көсәйеүе ихтимал.

Читайте нас: