-17 °С
Болотло
Был кекс өсөн дүрт аш ҡалағы шәкәр, дүрт аш ҡалағы он, өс аш ҡалағы какао, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы һөт, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, йомшартҡыс кәрәк.
Булған ингредиенттарҙың бөтәһен бергә ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Бешергәндә ул ныҡ күтәрелә. Шуның өсөн әлеге массаны ике көрөшкәгә бүлеп һалабыҙ. 150 миллиграмм самаһы була. Артабан микротулҡынлы мейесте иң юғары градусҡа ҡуйып, ике минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: deireceptov.ru