ҠУҘЫ
Үткәндәргә кире ҡайтыу фәтүәһеҙ, шуға күрә күптәнге ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуҙы, уларҙы анализлауҙы туҡтатығыҙ, был айырыуса һөйгән кешегеҙҙең тормошона ҡағыла. Эшегеҙҙә иһә яңы башланғыстар осоро.
БУҒА
Был көндәрҙә дуҫлыҡ-танышлыҡ һөҙөмтәһендә әллә ниндәй эштәрҙе хәл итергә мөмкин. Ваҡытты файҙаланып ҡалығыҙ, отолмаҫһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Осор көтөлмәгән ваҡиғаларға бай булыр. Вазифала үрләүгә йәки эш хаҡын арттырыуға өмөтөгөҙ аҡланмаҫ, моғайын. Ниндәйҙер ваҡиға арҡаһында планығыҙҙың үҙгәреп китеүе ихтимал.
ҠЫҪАЛА
Юлда кем менәндер танышырһығыҙ. Эшегеҙҙә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн бик отошло осор. Күптәнге бәхәс һеҙҙең файҙаға хәл ителер. Ләкин ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел, тиҙҙән мөһим проблема ҡалҡып сығыр.
АРЫҪЛАН
Һөйгәнегеҙҙең яҡындары менән осрашыуҙы кисектереп тороу хәйерле, сөнки әле кәйефегеҙҙең тотороҡһоҙ сағы. Уйламай һөйләү арҡаһында кемделер үпкәләтеүегеҙ ихтимал. Мөһим аҙымдарҙы аҙна аҙағына ҡалдырығыҙ.
ҠЫҘ
Үҙегеҙҙе яңы әйберҙәр, яҡындарығыҙҙы бүләктәр менән һөйөндөрөгөҙ. Бөтәһе лә ҡулығыҙҙан килер, хатта диңгеҙ кисерлек дәрт-дарман тойорһоғоҙ. Ниндәйҙер яңы шөғөлгә тотонорһоғоҙ, моғайын.
ҮЛСӘҮ
Йорттағы мәшәҡәттәр башҡа мәсьәләләрҙе артҡы планға күсерер. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырыр мәл түгел, әүҙем булығыҙ. Ошо арала киләсәккә нигеҙ һалына, мәлде файҙаланып ҡалыу мөһим.
САЯН
Тормош һөйөү хистәрен һынар, бирешмәгеҙ. Хәл-ваҡиғаларҙы ҡуйырта күрмәгеҙ, тиҙҙән барыһы ла яйланыр. Һуңғы ваҡытта борсоған аҡсаға бәйле мәсьәләне еңел генә хәл итерһегеҙ.
УҠСЫ
Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшһә, бер аҙға яңғыҙ ҡалыу яҡшыраҡ. Эшегеҙҙә етди үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Яңы тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ. Киләсәккә ҙур офоҡтар асылыр.
ЫЛАҠ
Был аҙнала ҡайҙалыр сәйәхәт ҡылһағыҙ, юлығыҙ уңышлы булыр. Бәғзеләргә кемдер һөйөү хисен асыр. Аҙна аҙағына бер аҙ һалҡын алдырыу хәүефе бар, киҙеүҙән һаҡланығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиһәләр ҙә, бирешмәгеҙ, сабыр, тыныс булығыҙ. Ваҡиғалар тиҙҙән көйләнер. Етәкселек менән һүҙ көрәштермәҫкә тырышығыҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе көсөргәнештән һаҡлағыҙ.
БАЛЫҠ
Хистәрегеҙ яңырыр, күңелегеҙ ҡайҙалыр ашҡыныр. Мөхәббәт өлкәһендә сағыу ваҡиғалар көтөгөҙ. Эшегеҙҙә ниндәйҙер яңы тәҡдим яһарҙар. Бер генә кәңәш: юлдарҙа һаҡ булығыҙ.