Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Ғинуар 2023, 19:00

Табынға - "Баунти"!

Сәйегеҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!

Табынға - "Баунти"!
Табынға - "Баунти"!

Бының өсөн 200 грамм эремсек, 20 грамм кокос онтағы, стакан ярым һөт, киптерелгән икмәк киҫәге, 80 грамм әсе шоколад кәрәк.

Кипкән икмәкте ныҡлап онтайбыҙ. Уны эремсек, һөт, кокос онтағы менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатнашманан түңәрәктәр әүәләйбеҙ. Артабан шоколадты иретеп, түңәрәктәрҙе уға төрлө яҡлап манып алабыҙ ҙа, пергамент ҡағыҙға һалып, һыуытҡыста һыуынғансы тотабыҙ. кәнфиткә ҡоябыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: balthazar.club

Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас