Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
3 Февраль 2023, 21:41

ЙОНДОҘНАМӘ (6 – 12 февраль)

ЙОНДОҘНАМӘ
Фото:ЙОНДОҘНАМӘ

 Ҡуҙы

Ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәр сыға­нағы булырһығыҙ. Уларҙың бер өлөшөн тиҙ арала уҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек сығыр. Һеҙгә ышанмаған яҡындарығыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалмағыҙ.

 

Буға

Етмәгән мәғлүмәтте йыя башлағыҙ. Юҡһа, яңы проектты башлағанда юғалып ҡалыуығыҙ бар.

 

Игеҙәктәр

Мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу урынына хәбәр һатыу, һайланыу, әҙерләнеү менән булаһығыҙ. Эшкә тотонорға ваҡыт!

 

Ҡыҫала

Иғтибар үҙәгендә булырһы­ғыҙ: әллә осраҡлы, әллә яңы­лыш. Юғалып ҡалмағыҙ, уңыш “ҡойроғон” тотоуығыҙ ихтимал.

 

Арыҫлан

Коллектив мәнфәғәтенә эш­ләгеҙ, яҡындарығыҙ тураһында уйлағыҙ, ғаиләгеҙҙе ҡайғыр­тығыҙ. Үҙегеҙҙең теләктәрегеҙгә сират – аҙаҡтан.

 

Ҡыҙ

Ярҙам ҡулы һуҙығыҙ – изгелек әйләнеп ҡайтыр. Туған­дарығыҙ, яҡындарығыҙ менән осрашырһығыҙ, аралашыу тәьҫо­раттары киләсәктә лә кәрәк булыр.

 

Үлсәү

Шәхси осрашыуҙар менән мауыҡмағыҙ. Беренсенән, ва­ҡытығыҙ сарыфланмаҫ, икен­сенән, серлерәк булып күренерһе­геҙ. Үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт алырһығыҙ.

 

Саян

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн шарттар булдырығыҙ. Яҡынығыҙ сискән серҙе бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, һуңыраҡ уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар.

 

Уҡсы

Әүҙемерәк булығыҙ, яңы проекттар тәҡдим итегеҙ. Ғаилә эштәрендә һуңғы һүҙҙе һеҙгә әйтергә тура килер.

 

Ылаҡ

Һәр кем үҙе өсөн тырыша, хатта элек-электән кем менән­дер бик дуҫ булһағыҙ ҙа. Шулай уҡ һеҙҙе ниндәйҙер һынау көтә. Әҙерләнә башлағыҙ!

 

Һыуғояр

Был көндәрҙә көндәштәре­геҙҙең уҙып китеүе ихтимал. Улар һеҙ бик күрергә тырышып та, күрмәгән үҙенсәлекте тотоп алыр. Көймәгеҙ, нисек кәрәк тип һанай­һығыҙ, шулай эшләгеҙ.

 

Балыҡ

Аҙнанан, ғәмәлдә, ҡәнәғәт бу­лырһығыҙ. Әммә башланғыс­тарҙы икенсе ваҡытҡа ҡалдырып тороу уңышлыраҡ. Был шәхси тормошҡа ла ҡағыла: мөһим осрашыу хаҡында хыялланмай тороғоҙ.

Читайте нас: