Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
5 Февраль 2023, 12:30

Итле-бәшмәкле запеканка

Роза Йәнбирҙинаның рецебы буйынса бешерәйек.

Итле-бәшмәкле  запеканка
Итле-бәшмәкле запеканка

Ял көнөндә ризыҡтың төрлөһөн әҙерләп ҡарағы килә. Ишембай ҡалаһында йәшәгән аш-һыу оҫтаһы Роза Йәнбирҙина бөгөн гәзитебеҙ төркөмө уҡыусыларына үҙенең тәмле рецебын тәҡдим итә.

Бының өсөн бер килограмм картуф, ике кишер, бер баш һуған, 400 грамм фарш, 300 грамм бәшмәк, 200 грамм сыр, 200 грамм һөт кәрәк буласаҡ. Ҡыҙҙырыр өсөн көнбағыш майы, тәмләткестәр ҙә ҡулланыла.

– Иң элек һыуытҡыстан фарш менән бәшмәкте сығарабыҙ. Һуңынан бәшмәкте әҙер булғансы бешереп алабыҙ. Эргәһенә һуған һалып ебәрһәк, тағы ла тәмләнеп китә. Аҙаҡ бәрәңге бешереп, пюре хәленә ингәнсе һөт менән иҙәбеҙ. Кишер менән һуғанды, фаршты табала бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ. Духовкала бешә торған һауытҡа иң тәүҙә бәрәңге иҙмәһен, шунан фарш, бәшмәкте һалабыҙ. Өҫтөн помидор, сыр менән биҙәйбеҙ ҙә 150-160 градуска 30 минутка ҡуябыҙ. Был ризыҡты байрам  табынына ла, киске ашҡа ла бирергә мөмкин. Аш-һыуҙы төрләндереп ебәрһәң, яҡындарың да кинәнес таба, өҫтәл  да күркәм күренә,–ти Роза.

Роза Йәнбирҙина фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: