Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
10 Февраль 2023, 23:56

ЙОНДОҘНАМӘ (13 – 19 февраль)

 ҠУҘЫ

Осор башында тулыһынса эшкә сумырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәт­тәр­гә бирелеп, ғаиләгеҙ, яҡындары­ғыҙ хаҡында онотоуығыҙ ихтимал. Ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ, мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыр.

 

БУҒА

Ярайһы уҡ тыныс осор көтөлә. Етди үҙгәрештәр ҙә, мөһим ваҡи­ғалар ҙа булмаҫ кеүек. Аҙна урта­һында аралашыуға ихтыяж артыр. Шулай ҙа сит кешеләр араһындағы низағта ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Осор һәүетемсә үтер. Ваҡиға­ларҙы ашыҡтырмағыҙ, хәлде үҙгәр­тергә тырышмағыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итмәгеҙ. Әле һеҙҙең өсөн киләсәкте күҙаллау, мөһим аҙымдарҙы кисектереү мәле. Иң яҡшыһы – башҡарылған эштең һөҙөмтәһен көтөү.

 

ҠЫҪАЛА

Аралашыуға әүәҫлегегеҙ был аҙнала бик файҙалы булмаҡсы. Яңы танышлыҡтар, бәйләнештәр, мөмкинлектәр барлыҡҡа килер. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт яйға һалыныр. Килешеүҙәр төҙөү өсөн аҙна аҙағы ҡулай күренә.

 

 

АРЫҪЛАН

Осор башында әүҙемлегегеҙ артыр. Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгә­шеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалығыҙ. Ләкин аҙна уртаһында был әүҙемле­ге­геҙ ҡапыл ғына юҡҡа сығыр. Барыһын да үҙ ағышына ҡуйығыҙ.

 

ҠЫҘ

Яҡындарығыҙға ҡарата артыҡ ныҡ талапсан булмаһағыҙ ине, юғиһә яңғыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойоуығыҙ кәйефе­геҙҙе төшөрөр. Шуға күрә әле алдығыҙҙа киләсәкте алдан тойомлау, ныҡлы уйланыу, теге йәки был юлды һайлау бурысы тора.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы ғына булмаҡсы, айырыуса романтик мәсьәләләрҙә. Киләсәктә яңы мөмкинлектәргә юл асҡан кешеләр менән танышыуығыҙ ихтимал. Аҡса мәсьәләһен хәл итеү, яңы башланғыстар өсөн дә уңайлы мәл.

 

САЯН

Аҙна башында мөһим ҡарар ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән эште кисектереп торорға кәңәш ителә. Әле мәғлүмәт туплау мәле. Хәл аҙна уртаһында ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

 

УҠСЫ

Осор башында үҙ көсөгөҙгә ныҡ­лы ышаныс тойорһоғоҙ, моғайын. Етәкселек итеүгә бәйле һәләттәрегеҙ ваҡиғаларға ныҡлы йоғонто яһау мөм­кинлеген бирер. Ҡайһы саҡта тәүәккәл­лек һәм ҡәтғилек күрһәтеү ҙә ҡамасауламаҫ.

 

ЫЛАҠ

Аҙна әүҙем башланыр. Шул уҡ ваҡытта арыу-талсығыу тоймаҫ­һығыҙ, осорҙо күңелле һәм еңел үткәрерһегеҙ. Әллә ни ҡатнашма­һағыҙ ҙа, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе тап һеҙ көткәнсә булыр.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна башында холҡоғоҙҙа тупаҫ­лыҡ һыҙаттары бермә-бер артыр. Юҡтан ғына низағлашырһығыҙ, үпкәләрһегеҙ, моғайын. Ләкин осор уртаһында көйһөҙлөгөгөҙ романтик кәйеф менән алмашыныр.

 

БАЛЫҠ

Романтик танышыуҙарға, мөхәб­бәткә бәйле ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. Никахҡа инеүегеҙ ихтимал. Яңы кешеләр менән танышыуҙан матди файҙа алырһығыҙ. Өҫтөнлөк­тәрҙе дөрөҫ билдәләгеҙ.

Читайте нас: