ҠУҘЫ
Күптән билдәләгән ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу осоро. Киләсәктә низағ, бәхәстәргә юл ҡуймау өсөн юридик документтар тултырыу менән шөғөлләнерһегеҙ. Аҙна яңы тормош башлау өсөн бик ҡулай.
БУҒА
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, аҙна фекерләү эшмәкәрлегенә бай булмаҡсы. Күрһәтмәләрҙең нисек үтәлеүен күҙәтеүҙе лә һеҙгә йөкмәтерҙәр. Шуға күрә ошо арала күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә, тынысланырға ваҡыт булмаҫ, моғайын.
ИГЕҘӘКТӘР
Хис-тойғоларҙың ташып торған мәле. Яҡындарығыҙҙың яңы һыҙаттарын, теләктәрен һәм ихтыяждарын асыуығыҙ ихтимал. Был киләсәктә мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн бик тә файҙалы булыр. Аҙна аҙағында сабыр булығыҙ, тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһе һуңыраҡ һиҙелер.
ҠЫҪАЛА
Аҙна һәр йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Тормоштан нимә теләгәнегеҙҙе аныҡ билдәләргә ваҡыт. Шуға күрә күңелһеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Осорҙоң икенсе яртыһында көс-ҡеүәтегеҙ бермә-бер артыр.
АРЫҪЛАН
Мәшәҡәтле аҙна көтөлә. Күңелһеҙлектәрҙә ғәйепте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Кеше иҫәбенә байығыу теләгенән баш тартығыҙ, был яҡшыға килтермәҫ. Матди хәлегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ, өҫтәүенә абруйығыҙ кәмер.
ҠЫҘ
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай осор көтөлә. Көс-ҡеүәтегеҙҙе тейешенсә файҙаланырға тырышығыҙ. Аҙна уртаһында бер аҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ, моғайын, шуға күрә күберәк ял итергә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноторға кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ
Аҙнаны үҙегеҙгә арнағыҙ. Рухи донъяға иғтибар итегеҙ. Был йәһәттән психологик тестар, медитация ярҙам итер. Матди мәсьәләләрҙе яйға һалыу зарурлығы тыуыр. Бурыстарҙан ҡотолорға тырышығыҙ.
САЯН
Тормошоғоҙ күңелһеҙ, бер төрлө тойолор. Төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ, үҙ эсегеҙгә бикләнеүегеҙ мөмкин. Бәлки, бер аҙ ял итеп алырға кәрәктер. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
УҠСЫ
Һәр ғәмәлде үлсәп, уйлап башҡарығыҙ. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр ыңғай булһын тиһәгеҙ, аҫтыртын эштәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Иҫкелектән ҡотолорға, яңы хәл-шарттарҙы ҡыуанып ҡаршыларға әҙерләнегеҙ. Тиҙҙән һәр йәһәттән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерерһегеҙ.
ЫЛАҠ
Осор башында уңыш һеҙҙең ҡатнашлыҡтан башҡа ла килер, аҡса кереме лә көтөлә. Мәшәҡәттәрҙең бер өлөшөн иңегеҙҙән төшөрөгөҙ. Ял алыу мөмкинлеге булмаһа, эшлекле бәйләнештәрҙе, ҡарар ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем кәметергә тырышығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Эргәгеҙҙәге аҡыллы кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Киләсәктә эшегеҙ уңышлы барһын өсөн әле һеҙгә фекерҙәштәр тупларға, уларҙың ярҙамына таянырға кәрәк. Теге йәки был ғәмәлде башҡарғанда эске һиҙемләү ҡеүәһенә мөрәжәғәт итеү ҙә зыянға булмаҫ.
БАЛЫҠ
Ғаиләгеҙ һәм яҡындарығыҙ иғтибар талап итер, моғайын. Аҙна башында битарафлыҡҡа бирелеп, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыуығыҙ ихтимал. Шуға күрә күп ваҡытты яҡындарығыҙ менән үткәрергә кәңәш ителә: күңелегеҙҙе тап улар күтәрер.