Уңған хужабикә Рәйлә апай Ғарифуллина телде йоторлоҡ ризыҡ әҙерләргә әүәҫ. Күгәрсен районы Бикбулат ауылы уңғаны ул.
Был видеояҙмаһында аш-һыу оҫтаһы халҡыбыҙҙың милли ризығы – ураманы бешереп күрһәтә. Рәйлә апайҙың ҡапһаң ауыҙҙа иреп кенә торған урамалары "Айыҡ ауыл-2022-2023" республика конкурсы барышында уҙғарылған бар сараларыбыҙҙа өҫтәлдәрҙе биҙәп ултыра, тип яҙа бикбулаттар.
"Ризыҡ тәмле булһын, уңһын өсөн, иң беренсе яҡшы кәйеф кәрәк, – ти Рәйлә апай. – Уй-хистәрең дә матур булырға тейеш".
Видеояҙма: ауылдың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
Фото: видеонан скриншот.