ҠУҘЫ
Юл йөрөүҙәр артып китер. Уларҙан баш тартмағыҙ, һәйбәт килем алырһығыҙ. Аҡса эшләү мөмкинлектәре тыуыр. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, ҡан баҫымына иғтибарлы булығыҙ.
БУҒА
Башҡарған эшегеҙгә мөнәсәбәтте үҙгәртегеҙ. Яңы проекттың һөҙөмтәлелеге уға ниндәй кәйеф менән тотоноуға бәйле булыр. Балағыҙ булһа, был аҙнала уға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Йөкмәтелгән мөһим бурысты илке-һалҡы башҡармағыҙ, юғиһә уны яңынан эшләргә тура килер. Халыҡ алдында сығыш яһау уңышлы үтер.
ҠЫҪАЛА
Был аҙнала аҡса мәсьәләһендә бик иғтибарлы булығыҙ. Ҡыйбатлы әйбер алғанда, ентекләп һайлағыҙ. Эшмәкәрлегегеҙ менән күптән ҡыҙыҡһыналар, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре ихтимал.
АРЫҪЛАН
Һеҙҙең өсөн уңышлы осор. Эштә лә, ғаиләлә лә бөтәһе лә уң барыр. Аҙна уртаһында дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ. Тап уларҙан мөһим мәғлүмәт ишетерһегеҙ.
ҠЫҘ
Һаран малы – тәләфкә, тигән боронғолар. Аҡса мәсьәләһен уйлап хәл итегеҙ. Яҡындарығыҙ менән кәңәшләшеү ҙә ҡамасауламаҫ.
ҮЛСӘҮ
Саҡ ҡына мутлашырға өйрәнегеҙ. Һеҙҙән нимә ишетергә теләйҙәр, шуны һөйләгеҙ – байтаҡ сетерекле хәлдәрҙән ҡотолорһоғоҙ. Кесаҙнала көтмәгәндә уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
САЯН
Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигән девиз менән йәшәгеҙ. Эштә – хеҙмәттәштәрегеҙҙең, бизнеста партнерҙарығыҙҙың һәр аҙымын алдан күҙалларға тырышһағыҙ, уңырһығыҙ.
УҠСЫ
Һеҙҙең йомшаҡ яҡтарығыҙға баҫым яһарҙар. Шуға алдан әҙер булығыҙ. Был аҙнала күптәнге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр.
ЫЛАҠ
Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Низағлашҡан кеше менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан асыҡламағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ тураһында күберәк белгегеҙ килһә, бының өсөн иң уңайлы ваҡыт.
ҺЫУҒОЯР
Һуңғы ике аҙна һеҙҙең өсөн көсөргәнешле булды. Шуға әҙерәк ял итеп алырға ваҡыт. Был осорҙа яҡындарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ.
БАЛЫҠ
Алдығыҙға бер аныҡ маҡсат ҡуйып, уға ғына өлгәшергә тырышмағыҙ. Осор бик уңышлы. Башығыҙҙа пландар ҡайнап торһон. Киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалыу мөмкинлеге бар.