

ҠУҘЫ
Шәхси хәл-ваҡиғалар һөнәри үҫешегеҙгә ҡамасаулай. Уңышығыҙға кемдер аяҡ сала кеүек, шуға бер аҙ көтөгөҙ һәм артыҡ борсолмағыҙ — ауырлыҡтар ваҡытлыса.
БУҒА
Һаҡ булығыҙ, киң күңелле булыуығыҙҙан файҙаланыуҙары ихтимал. Ҡаршылыҡтарға осраһағыҙ ҙа, һалҡын ҡанлы булып ҡалырға тырышығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Ғаиләгеҙҙе лә, хеҙмәттәштәрегеҙҙе лә һәр йәһәттән контролдә тоторға маташырһығыҙ, ләкин бының менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Күп эшләргә тура килер, һөҙөмтәһен һуңғараҡ күрерһегеҙ.
ҠЫҪАЛА
Был аҙнала үҙегеҙгә оҡшаған кешеләр менән генә аралашығыҙ. Нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ. Ишеткән хәбәрҙәргә ышанырға ашыҡмағыҙ, уларҙы еткергән кешеләрҙән алыҫыраҡ тороғоҙ.
АРЫҪЛАН
Эшегеҙҙе эш урынында башҡарығыҙ, өйгә алып ҡайтмағыҙ. Аҙна башында ишеткән яңылыҡ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер.
ҠЫҘ
Алыҫ юл төшөүе ихтимал. Эшлекле командировкаға сығырһығыҙ йәки конференцияла ҡатнашырһығыҙ. Ошо арала барлыҡҡа килгән бәйләнештәр ныҡлы һәм оҙайлы булыр.
ҮЛСӘҮ
Эштә һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалалар, тыңлайҙар. Күңелегеҙ көр һымаҡ. Ләкин был дауыл алдынан булған һиллек кенә, әҙер булығыҙ.
САЯН
Өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итерҙәр, баш тарта күрмәгеҙ! Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ араһындағы конкурентлыҡ һеҙгә яҡшы тәьҫир итер, әүҙемләшерһегеҙ, һөҙөмтәлелек артыр.
УҠСЫ
Быға тиклем атҡарған эшегеҙҙең уңышын йыйыр мәл етте. Ҡуйған маҡсатығыҙҙы икеләнмәйенсә тормошҡа ашырығыҙ. Аҙна аҙағында мөһим яңылыҡ килер.
ЫЛАҠ
Күптән күңелегеҙҙә йөрөткән хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлағыҙ. Һеҙгә уңыш йылмая, файҙаланып ҡалығыҙ. Иң ҡыйыу ниәттәрҙең дә ысынбарлыҡҡа әйләнеүе ихтимал.
ҺЫУҒОЯР
Сәйәси амбицияларҙы һәм финанс тотороҡлолоғона ынтылыуҙы ҡалдырып тороғоҙ. Кешеләрҙе үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланмағыҙ.
БАЛЫҠ
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ. Һәр эште еренә еткереп, иң мөһиме ваҡытында башҡарығыҙ. Сабырлыҡ һәм түҙемлек беренсе урында булһын.