Бөтә яңылыҡтар

“8 Март” салаты

Был тәмлекәстәр байрам өҫтәленең йәме булыр. Рецептары - яҙмала.

“8 Март” салаты
“8 Март” салаты

Байрам өҫтәлен биҙәйәсәк был салат өсөн кәрәк: 300 грамм тауыҡтың түш ите, 200 грамм корейса кишер, 200 грамм тоҙло ҡыяр, бер банка консерваланған кукуруз, 100 грамм сыр, дүрт йомортҡа, самалап майонез, тоҙ, ҡара борос, биҙәү өсөн йәшел тәмләткестәр.

1-се ҡат – шаҡмаҡлап туралған тоҙло ҡыяр.

2-се ҡат – тауыҡ ите, уның өҫтөнә майонез яғыла, самалап тоҙ, борос һибелә.

3-сө – корейса кишер. Артабан – ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, киләһе ҡатлам – сыр, иң өҫкә – кукуруз. Ҡыяр менән кукуруздан башҡа ҡатламдарға майонез һылана.

Шулай уҡ беҙҙең өҫтәлдәрҙә күптән урын алған “Мимоза” салатын да (2-се фото) байрам уңайынан 8 һаны рәүешендә эшләргә мөмкин.

Байрамды йәмле табындар әҙерләп, яҡындарҙың күңел йылыһын тойоп, матур уйҙар солғанышында үткәрәйек!

Фотолар: alluki.ru 

“8 Март” салаты
“8 Март” салаты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: