-11 °С
Болотло
"Терпекәй" бик тиҙ әҙерләнә һәм табынды матурлап ебәрә.
Уның өсөн бер багет, 200 грамм колбаса, бер ҡыяр, өс помидор, 100 грамм ҡаты сыр, бер банка төшһөҙ зәйтүн емеше, бер ҙур алма, пластик йәки ағас таяҡсалар кәрәк.
Алманы киҫкеләп, ҡырҡылған яғын аҫҡа ҡаратып һалабыҙ. Башҡаларын шаҡмаҡлап киҫеп, таяҡсаларға теҙәбеҙ: зәйтүн емеше, сыр, колбаса, ҡыяр, помидор, икмәк. Алмаға ҡаҙап ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: povar.ru