ҠУҘЫ
Аралашыу даирәһен сикләгеҙ, эс-серегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ. Яңы таныштарығыҙға ышанмағыҙ. Аҙнаның беренсе яртыһында эштә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгеҙ. Ә бына аҙнаның икенсе яртыһында, киреһенсә, үҙ маҡсатығыҙға өлгәшер өсөн барыһын да эшләгеҙ.
БУҒА
Яҙ кәйефегеҙгә ҙур тәьҫир яһар. Шәхси тормошоғоҙҙа ла, эштә лә һәр яҡлап әүҙемлек күрһәтерһегеҙ. Барыһын да яңынан башларға теләһәгеҙ, иң уңайлы ваҡыт.
ИГЕҘӘКТӘР
Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡатмарлыҡтарҙан арыныр өсөн башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Хәләл ефетегеҙ менән араларҙы боҙмаҫ өсөн уның дәлилдәрен ҡабул итегеҙ. Чиновниктар, власть вәкилдәре менән ниндәйҙер юридик мәсьәләләр хәл итергә тура килер.
ҠЫҪАЛА
Хистәрҙең яңырған ваҡыты. Яңы мөнәсәбәттәр башлар алдынан эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Эштә иһә һаҡ булығыҙ: күп кеше ҡатнашлығындағы проекттарға аҡса һалмағыҙ, акциялар алмағыҙ, селтәрле маркетинг менән булышҡан ойошмаларға бәйләнмәгеҙ.
АРЫҪЛАН
Көсөргәнешле аҙна көтә. Аҙна башында тормошоғоҙға ҙур йоғонто яһарлыҡ эшкә тотонмағыҙ. Уңмауығыҙ ихтимал. Бынан тыш, акциялар һатыуҙан, сит ил аҡсаһы алыуҙан баш тартығыҙ. Быға тиклем ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға көс һалығыҙ.
ҠЫҘ
Уңышҡа бары тик түҙемлек менән генә өлгәшерһегеҙ. Яңы мөнәсәбәттәр башлауға уңайлы булмаһа ла, элеккеләрен нығытыу өсөн һәйбәт осор. Ғөмүмән, был аҙнала фекерләү ҡеүәһен киңәйтергә кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ
Һеҙҙең өсөн иң шәп осор етте! Һәр яҡлап уңырһығыҙ. Әммә был осорҙа белемегеҙ етмәгән эшкә тотонмағыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яңы хеҙмәттәшлеккә юл асылыр.
САЯН
Ижад өлкәһендә эшләүселәр өҫтәмә көс тойор. Яңы эш башлағанда һалынған аҡса күпкә артып ҡайтыр. Шуға төрлө проекттарға тотоноуҙан ҡурҡмағыҙ. Сағыу төҫтәргә иғтибар йүнәлтегеҙ.
УҠСЫ
Шәхси тормошоғоҙ икенсе планға күсеп торор. Эш менән өйөрҙәр. Уның һөҙөмтәһен ике айҙан ғына күрерһегеҙ. Икенсе эшкә күсеү тураһында уйламағыҙ ҙа, яңы урынығыҙҙа оҙаҡ тормаҫһығыҙ.
ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙағы ығы-зығы бөтөн аҙнаның кәйефенә йоғонто яһар. Әгәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәһәгеҙ, ошо арала иғтибарҙы шул юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ. Шулай уҡ был осор ремонт башлау өсөн уңайлы.
ҺЫУҒОЯР
Ҡатын-ҡыҙға “ир-егеттең йөрәгенә юл ашҡаҙаны аша ята” тигәнде иҫтә тоторға кәңәш ителә. Йортоғоҙҙағы кәйеф ошоға бәйле булыр. Ир-егеткә иһә был аҙнала икенсе яртыһына иҫтә ҡалырлыҡ бүләк яһарға кәрәк.
БАЛЫҠ
Яңғыҙҙар, моғайын, икенсе яртыһын осратыр. Был кеше һеҙҙеке икәнен тәү ҡараштан аңларһығыҙ. Әһәмиәтле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыр өсөн уңайлы мәл. Ләститтән һәм яман һүҙҙән һаҡ булығыҙ.