Ғаиләһе менән Санкт-Петербургта йәшәгән Әминә Ишморатова әле ике йәшлек ҡыҙы Диана һәм алты айлыҡ улы Даян менән декрет ялында. Балаларын матур итеп ҡарауҙан тыш, улар йоҡлаған арала ят рецептар өйрәнеп, бешеренергә ярата йәш әсә.
Бөгөн дә уңған әсә яҡындарын тәмле торт менән һыйлаған. Эшләүе оҙаҡ та түгел, уны әҙерләп өҫтәлгә ҡуйғас, өйҙәгеләр маҡтай-маҡтай ашағанда күңелгә шундай рәхәт, ти ул.
Торттың рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Диаметры 16 сантиметрлыҡ торт өсөн кәрәк:
160 грамм он,
бер банка ҡуйыртылған һөт (380 грамлыҡ),
ике йомортҡа,
ике балғалаҡ (15 грамм) он күперткес (разрыхлитель).
Крем өсөн:
500 миллилитр 33 процентлыҡ ҡуйы һөт,
100 грамм шәкәр пудраһы,
бер семтем тоҙ.
Духовканы алдан ҡуябыҙ – 180 градус эҫелеккә.
Әҙерләү:
Крем әҙерләү: һыуытып алынған ҡуйы һөттө һауытҡа һалып, шәкәр пудраһы һәм семтем тоҙ ҡушып, күперткәнсе туҡыйбыҙ.
Артабан инде корждарҙан түңәрәк яһаймы, бүтәнсә фигуралар әүәләйме – һәр кемдең үҙ фантазияһы.
Иҫкәрмә: крем тиҙ килеп сыҡһын өсөн алдан туҡығысты һәм һауытты 15-20 минутҡа һыуыҡта тоторға кәрәк.
Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм видео: Әминә Ишморатова.