Әле көндәр һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, урамда яҙ һулышы һиҙелә. Барыбыҙ ҙа йылы йәмле көндәрҙе, йәшеллекте түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Матурлыҡҡа беребеҙ ҙә битараф түгел!
Ғөмүмән, яҙҙы һәм сәскәләрҙе яратмаған кеше юҡтыр. Һуңғы ваҡытта тере сәскәләр бүләк итеү менән бергә күңел йылыһын һалып, үҙ ҡулдарың менән яһаған сәскәләр бүләк итеү ҙә киң таралып китте. Борай ауылында йәшәгән Гүзәл Ғибаҙуллинаның һабындан эшләгән гөлләмәләрен ысын тип тороһоң! Сәскә композицияларын яһау менән ул ярты йылға яҡын шөғөлләнә. Йөҙҙән ашыу гөлләмәнең һәр бареһе сәнғәт өлгөһө. Гүзәл ошоға тиклем физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләгән, әле декрет ялында. Һоҡландырғыс сәскә композициялары эшләү теләге ҙур булһа ла, тәүҙә эш ырамай. Хатта шөғөлөн ташларға бер нисә тапҡыр ынтылып та ҡуя. Тик әсәһе уның ҡулынан эш килеренә ышана, “өйрәнерһең әле, ҡыҙым, күреп тор, гөлләмәләреңде сират тороп алырҙар”, тип дәртләндерә. Ысынлап та, Гүзәл көндән-көн оҫтара бара, хәҙер уның эштәренә һорау ҙур.
–Күҙҙең яуын алырҙай гөлләмәләрҙе интернетта күреп, ныҡ ҡыҙыҡһына башланым. Композициялар эшләгәндә башта фантазия, хыял уяна, ҡулдар көндән-көн оҫтара, күнегә бара, - ти гүзәллек тыуҙырыусы Гүзәл. – Эш башлау менән өйгә хуш еҫ тарала. Бер гөлләмәне яһау өсөн ике сәғәт ваҡыт кәрәк. Өс йылға ҡәҙәр ул йортоғоҙҙо йәмләп торасаҡ. Аҙаҡ уларҙы һабын итеп ҡулланырға була.
Гүзәлдең өй эсе береһенән-береһе матурыраҡ, сағыуыраҡ сәскәләр менән тулған, әйтерһең дә, йәйге баҡсаға килеп ингәнмен! Күҙҙәрҙе ҡамаштырған гүзәллектән айырылыуы еңел түгел икән.
Гөлназ Хужина фотоһы һәм материалы.