ҠУҘЫ
Ойоштороу һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге тыуыр. Әммә хәтерҙән сығармағыҙ: фарман биреү менән мауыҡмағыҙ, көткән өмөтөгөҙ аҡланмауы ихтимал.
БУҒА
Ҡурҡыу тойғоһо һәм етешһеҙлектәр һәр кемгә хас. Һеҙгә уларҙы онотоп торорға йәки еңергә тура килер, шул осраҡта ниәттәрегеҙ тормошҡа ашыр.
ИГЕҘӘКТӘР
Матди-финанс мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ: мөһим документта хата ебәреүегеҙ ихтимал, был иһә һөҙөмтәләрҙә сағылыш табыр.
ҠЫҪАЛА
Үҙегеҙ өсөн генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерә алырһығыҙ. Әлегә тиклем дан-шөһрәт етмәгән икән, ошо көндәрҙә теләгәнегеҙ алдығыҙға килер.
АРЫҪЛАН
Дәрт-дарманығыҙ ташып торһа ла, көсөгөҙ юҡ-барға сарыфланыр. Күңел тыныслығын һаҡлаһағыҙ, башлағанды аҙағына еткереү мөмкинлеге бар.
ҠЫҘ
Нимәнелер яңынан башларға тура килер. Элекке тәжрибәгә таянып, проблемаға еңелерәк ҡарарһығыҙ һәм алабарманлыҡҡа юл ҡуймаҫһығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Быға тиклем кисектерә килгән эштәрҙе тамамларһығыҙ. Был тик яҡшыға булыр, сөнки йондоҙҙар әлегә яңы эш-ғәмәлдәргә тотонмаҫҡа кәңәш итә.
САЯН
Уңышлы аҙна. Уны нисек үткәрергә – үҙегеҙ хәл итегеҙ. Тик яҡындарығыҙ, айырыуса балаларығыҙ, кескәй туғандарығыҙ хаҡында онотмағыҙ: улар иғтибарға мохтаж.
УҠСЫ
Эштә яңы проект тәҡдим итеү отошло түгел. Ул уңышһыҙлыҡҡа дусар булыр, һөҙөмтәлә һеҙҙе ғәйепле итерҙәр. Йышыраҡ мәҙәни сараларға сығырға тырышығыҙ.
ЫЛАҠ
Тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығып маташһалар ҙа, башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем атҡарып ҡуйырһығыҙ. Был күп көс талап итәсәк, шулай ҙа һеҙҙең иң ҙур еңеүҙәрегеҙҙең береһе лә булмаҡсы.
ҺЫУҒОЯР
Өйҙә лә, эштә лә һеҙҙең менән аҫтыртын ғына ярышыусы табылыр. Уны мөмкин тиклем ҡыҫырыҡларға тырышһағыҙ ҙа, был һөҙөмтәлә сағылмаясаҡ.
БАЛЫҠ
Ябай ҡарарҙар һеҙҙең өсөн түгел. Ҡайһы ваҡытта мәсьәләне артыҡ ҡатмарлаштырып та ебәрәһегеҙ. Туҡтап тороғоҙ: шул саҡта проблеманы хәл итеү юлы төҫмөрләнер.