Матур үтһен ялығыҙ
20 Апрель 2023, 17:34

ЙОНДОҘНАМӘ (24 – 30 апрель)

9111.ru9111.ru
Фото:9111.ru

ҠУҘЫ

Етәкселек менән аңлашылмау­сан­лыҡ килеп сығыр. Шулай ҙа үҙе­геҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе дә­лил­ләгеҙ. Барыһы ла асыҡланғас, үрләтеүҙәре ихтимал. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға иртәрәк әле, саҡ ҡына сабыр итегеҙ.

 

БУҒА

Етәксе вазифаһын башҡарыу­сылар, хеҙмәттәштәрегеҙҙең кә­ңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк­лекте онотмағыҙ! Үҙ-үҙегеҙгә артыҡ ышаныу хатаға килтереүе ихтимал. Дуҫта­рығыҙҙан бурысҡа алмағыҙ, үҙегеҙ ҙә аҡса мәсьәләһендә ярҙам итмәгеҙ. Һуңынан үкенерһегеҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Хәл итергә уйлаған матди мәсь­ә­ләләрҙе тормошҡа ашыра алмаҫ­һығыҙ. Планлаштырған бөтөн ос­рашыуҙарға ла өлгөрөп булмаҫ. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аралашыу ваҡытында һаҡ булығыҙ: яңылыш һүҙ менән берәйһен йәберләүегеҙ бар.

 

ҠЫҪАЛА

Баҙап ҡалмайынса, үҙ мәнфә­ғәт­тәрегеҙҙе яҡлауға тотонор­һо­ғоҙ. Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойор­һоғоҙ. Ошо мәлдә, бәғзеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, экстрасенс һәм гипноз менән шөғөлләнеүселәргә мөрә­жәғәт итә күрмәгеҙ.

 

АРЫҪЛАН

Һеҙҙе көсөргәнешле аҙна көтә. Ҡасандыр юлығыҙ айырылған дуҫ­тарығыҙҙы осратырһығыҙ. Һаҡ бу­лығыҙ, уларҙы ҡабаттан тормошо­ғоҙға индерергә ашыҡмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итеү алдында тораһығыҙ. Был аҙ­нала төплө фекергә килергә кәрәк. Яуап менән артабан һуҙ­мағыҙ. Шәхси мөнәсәбәт ҡороуы ауырлашыр. Бәхәсте оҙаҡҡа һуҙмай, уртаҡ тел табығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Үҙегеҙгә һәр яҡлап иғтибар йә­леп итегеҙ. Һаулығығыҙҙы ҡайғыр­ты­ғыҙ. Алыҫ юлға сығыуҙан баш тар­тығыҙ. Һәүетемсә генә йәшәп тороғоҙ.

 

САЯН

Ғәҙел булығыҙ! Ихласлыҡ ярҙа­мында барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға алырһығыҙ. Шәхси тормошта яңы осрашыу көтә. Был мө­нәсәбәттәрҙең ныҡлы булыуы ихтимал.

 

УҠСЫ

Бер маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөгөҙҙө ҡулла­нырға әҙерләнәһегеҙ. Икенсе юлдан китегеҙ. Көсөгөҙ ташып торған­да ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Тормош юлдашығыҙ менән киләсәккә пландар төҙөгөҙ.

 

ЫЛАҠ

Көнәркәшлектән ҡурҡмағыҙ. Ул һеҙгә, киреһенсә, көс туплап, артабан көрәшергә этәргес бирәсәк. Был көрәштән еңеүсе булып сығыр­һығыҙ. Шулай уҡ һаулыҡҡа иғтибар­лыраҡ булығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Һеҙҙең аҙна. Бар яҡтан да уңыр­һығыҙ. Алыҫ юлға сығыу – уңыш­лы, командировкалар, эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Тик ҙур әйбер һатып алыуҙан баш тартығыҙ. Айырыуса техни­каға ҡыҙыҡмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Артыҡ көс һалып эшләргә кә­рәк­мәй. Һеҙҙең тырышлыҡты ба­һа­ламаҫтар, эшегеҙҙе күрмәҫтәр. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.

Читайте нас