

ҠУҘЫ
Тормоштоң мәғәнәһе тураһында йыш уйлана башларһығыҙ. Был төп эшегеҙгә ҡамасаулар. Фәлсәфәгә ныҡлы бирелмәйенсә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәргә тырышығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙҙең дә һеҙҙең насар кәйефегеҙҙән арыуы ихтимал.
БУҒА
Был аҙна мөхәббәт тойғоһон белдереү, бығаса ҡыйыулыҡ етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, маҡсатығыҙға ҡарай йүнәлегеҙ. Һеҙҙе туҡтатырға тырышҡандарға иғтибар итмәгеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Һәр эшкә ижади ҡарарға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға уйлайһығыҙ икән, авантюраға бармау хәйерле, юғиһә ниәтегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал.
ҠЫҪАЛА
Һеҙҙең күңелде шикләнеү, көсөгөҙгә ышанмау кеүек тойғолар биләп алыр. Бының менән үҙегеҙҙе лә, янығыҙҙағы кешеләрҙе лә ыҙалатып бөтөрһөгөҙ. Көсөгөҙгә ышанмайһығыҙ икән, ниндәйҙер эшкә тотонмай тороуығыҙ хәйерле.
АРЫҪЛАН
Эш менән ғаиләне бергә бутамау хәйерле. Яҡын кешегеҙ менән арағыҙҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтың төп сәбәбе – һеҙҙең саманан тыш ваҡсыллыҡ күрһәтеүегеҙ. Йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау маҡсатында ғәфү үтенеү ыңғай һөҙөмтә бирер.
ҠЫҘ
Үҙ һүҙегеҙҙе бирмәү, саманан тыш тәкәбберлек бихисап күңелһеҙлек килтерер. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеү күп проблеманы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Йәрегеҙгә буш-юҡтан дәғүә белдермәгеҙ, уны өйрәтергә тырышмағыҙ.
ҮЛСӘҮ
Был аҙнала тормошоғоҙҙа барыһын да үҙгәртергә тырышырһығыҙ. Һөҙөмтәлә тиҙҙән көтөлгән яҡшы ваҡиғаның юлын ябыуығыҙ ихтимал. Дыуамал ҡарарҙарҙан һаҡ булыуығыҙ һорала.
САЯН
Көсөгөҙгә ышанысығыҙ бөтөп, үҙаллы фекер йөрөтөргә теләгегеҙҙең юғалыуы ихтимал. Был күңел көсөргәнеше тыуҙырыр. Һөнәри эштә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, ваҡ мәшәҡәттәр һеҙҙе һындырырға тейеш түгел.
УҠСЫ
Башҡаларҙың етешһеҙлегенән көлмәгеҙ, холоҡ-фиғелен тикшермәгеҙ, ғәмәлдәрен инҡар итмәгеҙ. Ғәҙелһеҙлек күренештәренә шаһит булған хәлдә лә, тыныслыҡ һаҡларға тырышыу мөһим. Һөйгән кешегеҙҙең теләктәрен үтәү хистәрҙе көсәйтеп ебәрер.
ЫЛАҠ
Үҙ көсөңә ышанмау осоро артта ҡалды. Эшкә яңы дәрт менән тотоноу зарур. Ижади фекерләүегеҙ, мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө ысулдарын билдәләүегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Тойғоларҙы бутамағыҙ. Мөхәббәт тип уйлағанығыҙҙың ғашиҡлыҡ ҡына булыуы ихтимал.
ҺЫУҒОЯР
Һеҙҙең хәҙерге маҡсат – лидер булыу, алдан барыу. Шул уҡ ваҡытта авантюраға барыу кәңәш ителмәй. Барыһын да планлаштырырға һәм үлсәп башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш ҡаҙанырһығыҙ.
БАЛЫҠ
Үҙегеҙҙе күрһәтергә тырышмағыҙ – абруйығыҙҙы һаҡлағыҙ. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Әгәр ниҙер килеп сыҡмай икән, һығымта яһап, эшкә яңынан тотоноғоҙ. Һөнәри оҫталығығыҙ лайыҡлы баһаланыр.