

ҠУҘЫ
Һеҙҙе һәр яҡлап та уңышлы аҙна көтә, тик нимәлер эшләр алдынан конкуренттарҙың хәлен белешегеҙ: һеҙгә үҙегеҙҙе күрһәтеүҙән бигерәк уларҙы уҙып китеү мөһим.
БУҒА
Аҙна етди үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Бының ремонт йә иһә башҡа ғәмәл булыуы ихтимал. Көтөлмәгән ҡарарҙарҙан ҡурҡмағыҙ. Шәхси тормошта танышыу көтөлә.
ИГЕҘӘКТӘР
Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Әлбиттә, һеҙ яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә өмөтләнәһегеҙ. Шулай ҙа башҡаларға, изге ниәт менән булһа ла, фекерегеҙҙе көсләп тағырға тырышмағыҙ.
ҠЫҪАЛА
Карьера үҫеше борсой икән, бының менән етди шөғөлләнергә кәрәк. Оҙайлы юлға сығып китеүегеҙ ихтимал, ул уңышлы буласаҡ. Ғаиләгеҙ, ял тураһында ла онотмағыҙ.
АРЫҪЛАН
Барыһы ла план буйынса бара. Ниндәй ҡаршылыҡтар көткәнен һәм уларҙы нисек йырып сығырға икәнлеген дә беләһегеҙ. Тыныс булығыҙ.
ҠЫҘ
Һүлпәнлеккә бирелерһегеҙ. Хәлегеҙгә бер ни янамай икән, үҙегеҙгә ял ойоштороу уңышлы. Ғаиләгеҙ менән булығыҙ, тәбиғәткә сығығыҙ. Эш көтөп торор.
ҮЛСӘҮ
Һөнәри йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асылыр. Етди проектта ҡатнашырға саҡырыуҙары ихтимал. Шәхси яҡтан да уңышлы мәл.
САЯН
Запас туплағыҙ: матди ғәмәлдәр менән бер рәттән, мәғлүмәт, йылы һүҙ, көс-ҡеүәт тә урынлы. Киләсәктә быларҙың барыһы ла кәрәк буласаҡ.
УҠСЫ
Етди низағ килеп сығыуы һәм ҙур күңелһеҙлектәргә килтереүе ихтимал. Хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ. Барыһына ла тыныс ҡарағыҙ, ығы-зығыға бирелмәгеҙ.
ЫЛАҠ
Яңы заказ биреүселәрҙе эҙләргә түгел, ә элеккеләрен һаҡларға кәрәк. Бәлки, тауар төрлөлөгөн киңәйтеү хаҡында уйларһығыҙ. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, айырыуса хроник сире булғандар.
ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала һеҙҙән күпте талап итерҙәр, байтаҡ ваҡыт сарыфлаясаҡһығыҙ. Яҡындарығыҙ иһә аңламауы ихтимал. Күберәк ял итергә тырышығыҙ.
БАЛЫҠ
Һеҙгә эш сәғәттәренән тыш та көс түгергә тура килер. Хәйер, бының бихисап яңы мөмкинлек асыуы ихтимал. Мул ғына аҡса килеүе бар, әҙер булығыҙ.