Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
21 Май 2023, 13:05

Иң тәмле кәкүк сәйе кемдеке?

Был байрам борондан үткәрелә.

Иң тәмле кәкүк сәйе кемдеке?
Иң тәмле кәкүк сәйе кемдеке?

Нуриман районында урынлашҡан "Павловка паркы" Павловка һыуһаҡлағысында "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторолдо.

Унда республикабыҙҙың фольклор һәм ижади төркөмдәре ҡатнашты. Улар "Иң тәмле кәкүк сәйе", "Иң шәп кәкүк бейеүе", " Иң моңло кәкүк йыры", "Иң зауыҡлы кәкүк кейеме", "Иң тәмле кәкүк бутҡаһы" тигән конкурстарҙа көс һынашты.

Был байрам борондан үткәрелә. Ғәҙәттә, май айында ата-бабаларыбыҙ тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡан, әлбиттә, яланда сәй ҡайнатып эскәндәр. Тамаҡ ялғап алғандан һуң бейеүселәр һәм йырсылар майҙан тотҡан.

"Кәкүк карнавалы", моғайын да, иң тулҡынландырғысы булғандыр. Унда конкурсанттар театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Аҙаҡтан иң-иңдәр бүләкләнде.

Фото: starobab-club.ru.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас