Ҡарабойҙай организм өсөн шул тиклем файҙалы, уны мөмкин тиклем йышыраҡ ашарға кәңәш ителә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙары стенкаларын нығыта, нервы системаһының, эсәктәрҙең эшен яҡшырта, шулай уҡ файҙалы микрофлораның үҫеүенә һәм үрсеүенә булышлыҡ итә.
Бөгөн иғтибарығыҙға, гемоглобинды күтәреү һәм ябығыу өсөн файҙалы һәм тәмле ҡарабойҙай рецепты тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн бутҡаға... банан, йәки ҡайнар һыу менән бешекләнгән алма йәки парҙа тотолған ҡара емеш (чернослив) һалырға була.
Рецепт ябай ғына. Бер стакан ҡарабойҙай, бер стакан һыу, бер стакан һөт, 30 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, бер банан (алма йәки чернослив) кәрәк.
Ҡарабойҙайҙы йыуғас, кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һыуы бөткәнсе 5-7 минут талғын утта бешерәбеҙ. Шунан һөт менән шәкәр өҫтәргә һәм талғын утта тағы ун минут бешерергә кәрәк. Бынан һуң май һәм уртаса ҙурлыҡта туралған банан (алма) һалып бутарға ғына ҡала.
Фото: "Бәйләнештә".