ЙОНДОҘНАМӘ (5 – 11 июнь)

9111.ru9111.ru
Фото:9111.ru

ҠУҘЫ

Был аҙнала ҡулығыҙҙан ба­ры­һы ла килер. Эшлекле тәҡ­димдәр көтөгөҙ. Аҙна аҙағына мул ғына табыш алырһығыҙ, моға­йын. Йома иҫтәлекле осрашыу булыр.

 

БУҒА

Тыныслыҡ һәм үҙ көсөгөҙгә ышаныс һаҡлағыҙ. Тышҡы ҡиә­фә­тегеҙҙе генә түгел, эске донъя­ғыҙҙы ла үҙгәртеү теләге тыуыр. Осор башы һөнәри йәһәттән уңышлы. Шәмбе тормошоғоҙға яңы кеше инер, моғайын.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ошо аралағы ығы-зығы әкрен­ләп юҡҡа сығыр. Дөрөҫ йүнә­лештә алға барыуығыҙҙы аңлар­һығыҙ. Иң ҙур хыялығыҙҙы тор­мошҡа ашыра башларға ваҡыт. Кесе йома­лағы хәл ошоға этәргес булыр.

 

ҠЫҪАЛА

Эштә әүҙемлегегеҙҙе тейе­шенсә баһаларҙар, тик бөтә бурысты үҙ иңегеҙгә алырға ашыҡ­ма­ғыҙ. Шәхси тормошта әүәлге хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Ваҡиғаларға бай аҙна. Яҡында­рығыҙға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартмағыҙ. Шаршамбы яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килер, ҡыҙыҡлы сәфәргә сығыу мөмкинлеге тыуыр. Йома эске тойомлауығыҙ сетерекле хәлдән ҡотолорға ярҙам итер.

 

ҠЫҘ

Бөтә иғтибарығыҙҙы мөһим эшкә йүнәлтегеҙ. Планығыҙҙың кинәт үҙгәреп китеүе ихтимал, хәл-ваҡиғаларҙы тыныс ҡабул итегеҙ. Аҙна аҙағына илһам килер, кисектерә килгән мәсьәләне еңел хәл итерһегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Яңы эштәр, фекерҙәштәр эҙләү өсөн уңышлы аҙна. Тик килешел­гән ваҡытҡа һуңламаҫҡа тыры­шығыҙ. Эргәгеҙҙә алдаҡсылар бар кеүек, һаҡ булығыҙ.

 

САЯН

Һөнәри һәм шәхси эштәрҙә уңышҡа иҫәп тота алаһығыҙ. Шишәмбе үҙ-үҙегеҙгә оҙаҡ һоҡ­ланып ултырмаһағыҙ, күп нәмәгә өлгөрөрһөгөҙ. Шаршамбы һәм кесе йома отошло тәҡдим яһарҙар, аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр.

 

УҠСЫ

Вазифала үрләтеүҙәре мөм­кин. Шишәмбе һәм шаршамбы ишет­кән яңылыҡтан ҡәнәғәт ҡалыр­һығыҙ. Кесе йомала күптән түгел булған ваҡиғаның ҡабатланыуы ихтимал.

 

ЫЛАҠ

Маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн аҙ ғына ваҡыт ҡалды, тиҙҙән күптән көткән һөҙөмтәне алыр­һығыҙ. Шаршамбы – аҙнаның иң уңышлы көнө. Йома ниндәйҙер бер мәсьәләгә ҡарашығыҙ үҙгәрер, моғайын.

 

ҺЫУҒОЯР

Иң яҡындарығыҙға ла килә­сәккә ниәттәрегеҙ тураһында һөйләмәү хәйерле. Әле башҡара алырлыҡ эште кисектермәгеҙ. Аҙнаның икен­се яртыһы романтик осра­шыуҙар өсөн ҡулай. Шәмбе юлға сыҡмаҫҡа тырышығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Ҡатмарлы осор артта ҡалды, тулы тормош менән йәшәргә ваҡыт. Осрашыуҙар, яңы проекттар ыңғай һөҙөмтә бирер. Көтөлмәгән ваҡиғаларға әҙер булығыҙ.

Читайте нас