Йәй күңелле башланды

Бындай модулле корпустар илдең 34 төбәгендә барлыҡҡа килде, өсәүһе  – Башҡортостанда.

Йәй күңелле башландыЙәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды

Йәйҙең тәүге көндәрендә Стәрлебаш районының “Орленок” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә, пилот федераль проектына ярашлы,  яңы корпус асылды. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән  49 урынлыҡ бина оҙаҡламай балаларҙы ҡабул итәсәк. Тулҡынландырғыс мәлде һәр кем көтөп алды – корпусты  асыу тантанаһына килгән ҡунаҡтар ҙа, Стәрлебаш халҡы ла, быйыл мәктәпте тамамлаған уҡыусылар ҙа.

Бындай модулле корпустар илдең 34 төбәгендә барлыҡҡа килде, өсәүһе  – Башҡортостанда. Корпус бүлмәләренең заманса йыһазландырылыуы, зауыҡ менән биҙәлеүе һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Яңы корпусты тантаналы асыу сараһы тамамланғас, Стәрлебаш 1-се урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары үҙәк биләмәһендә алмағастар ултыртты.

“Орленок” нисәмә быуын балаларына бәхетле бала саҡ бүләк итте! Уның әле лә дауам итеүе бик шатлыҡлы күренеш”, –тип һөйөнөстәре менән уртаҡлаша стәрлебаштар социаль селтәрҙә.

Фаягөл Йосопова фотолары.

Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Йәй күңелле башланды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас