Матур үтһен ялығыҙ
21 Июнь 2023, 15:00

Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине

Урамдың иң йәш кешеһе Тамерлан уның бүләһе була ла инде. 

Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш инеБайрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине

Федоровка районының Аҡбулат ауылында Йылға аръяғы урамы байрамы үтте.

Был күңелле сараны Фәйрүзә һәм Фәнил Кашаевтарҙың ҡыҙҙары Гүзәл һәм Гөлнара ойошторҙо. Ауылдың йөҙйәшәре  Хәҙисә  инәй байрамдың түрендә булды. Уға хәҙер 101 йәш, тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. Урамдың иң йәш кешеһе Тамерлан уның бүләһе була ла инде. Аҙаҡ ауылдаштары өсөн өлгө булған яҡташтарын хөрмәтләп, уларға грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙылар.

Урам байрамына хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙың ҡайтыуы ла күңелле ваҡиға булды. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. “Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт”, ти аҡбулаттар. 

Фәнис Аҡсурин фотоһы.

 

Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Байрамдағы иң оло кешегә 101 йәш ине
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас