Матур үтһен ялығыҙ
30 Июнь 2023, 13:00

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма

Юғалтмаҫ өсөн күсереп алығыҙ. 

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатмаҠара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма
Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма

Ҡарағаттарығыҙ бешә башланымы? Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатма әҙерләргә ваҡыт етте.

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатмаһы:

2 стакан һыу менән 6 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ. 

Шәкәре эреп бөткәс, 8 стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. 5-7 минуттан артыҡ ҡайнаһа, желеһы ҡуйы булмай, шуға һүрән утта әҙ генә бешереү кәрәк.

Унан һуң утты һүндереп, 2-3 стакан шәкәр ҡомон һалып, эреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябабыҙ.

Сығанаҡ: vk.com/club54446177

Фото: botanichka.ru, zdorovogotovim.ru 

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма
Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас