Халыҡ белмәй әйтмәгән

 Йәй томанлы булһа, емеш уңыр. Елле килһә, ...

Халыҡ белмәй әйтмәгәнХалыҡ белмәй әйтмәгән
Халыҡ белмәй әйтмәгән

*Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.

*Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.

*3 июлдә төш мәленән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.

*Июлдә яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.

*Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.

*Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы икән - һоло уңыр.

*Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.

*Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.

*Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.

*Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.

*Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.

*Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.

*Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.

*Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.

 

 

 

 

Халыҡ белмәй әйтмәгән
Халыҡ белмәй әйтмәгән
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас