Быны балалар ҙа эшләй ала

Еңел генә әҙерләнә торған тәмлекәс рецебы. Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Быны балалар ҙа эшләй алаБыны балалар ҙа эшләй ала
Быны балалар ҙа эшләй ала

Тиҙ генә әҙерләнгән тәмле ризыҡ ашағығыҙ килә, ә ваҡытығыҙ самалымы? Улайһа, был рецепт тап һеҙҙең өсөн! Өҫтәүенә уны әҙерләүе шундай еңел, хатта балалар ҙа эшләй ала.

Беҙгә кәрәк дүртәр ҡалаҡ он һәм шәкәр ҡомо, 1,5 ҡалаҡ какао порошогы, өс  ҡалаҡ һөт, ике ҡалаҡ аҡ май. Керамик көрөшкәгә ондо, шәкәрҙе, какаоны һалып бутайбыҙ, йомортҡа, май, һөт өҫтәйбеҙ. Яҡшы итеп болғатабыҙ. Микротулҡынлы мейескә өс минутҡа ҡуябыҙ.

Кекс әҙер! Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!!

Фото: edimdoma.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас