Эҫе көндә лимонад ҡотҡара

Уны үҙең эшләһәң, тәмле лә, файҙалы ла килеп сыға.

Эҫе көндә лимонад ҡотҡараЭҫе көндә лимонад ҡотҡара
Эҫе көндә лимонад ҡотҡара

Лимонад

Эҫе көндө лимонад эшләп эсәйҽк әлҽ.

Ингредиенттар:

10 литр (!) һыу

4 әфлисун

1 лимон һәм шәкәр

Әҙҽрләү:

Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ.

Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк.

1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иретеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була.

Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингридиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас