Матур үтһен ялығыҙ
11 Июля 2023, 14:00

Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ

Көн аша Көнъяҡ автовокзалдан “Башавтотранс” автобусы популяр курортҡа юлланасаҡ.

Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡТоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ

Күрше төбәктә урынлашҡан Тоҙло Илек курорты күптәрҙең яратҡан ял итеү урыны. Тоҙло күлдәрҙә һыу инеү күп кенә ауырыуҙарҙан дауалай. Шуға ла быуындары һыҙлағандар йылына бер тапҡыр булһа ла шифалы күлдәргә барырға тырыша. Шуны иҫәпкә алып, “Башавтотранс” Тоҙло Илек ҡалаһына маршурт ебәрергә булған. Автобус көн аша киске 23.00-дә Көнъяҡ автовокзалдан китәсәк. Билет хаҡы 1500 һум тирәһе. Кис ултырһаң, таңға курорт-ҡалаға килеп тә етәһең.

Курортта йәшәү хаҡы төрлөсә. Фатирҙы тәүлегенә 1500 һумдан ҡуртымға алып була. Пляжға инеү хаҡы 350 һум, быйылдан билетты банк картаһына ғына һатып алып була.

Ә һеҙ Тоҙло Илектә ял итергә яратаһығыҙмы? Быйыл барып өлгөрҙөгөҙмө әле?

Автор фотолары.

Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Тоҙло Илеккә автобус йөрөй башлаясаҡ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас