Матур үтһен ялығыҙ
13 Июль 2023, 08:00

Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”

Ул ҡатыны Зиләгә ниндәй эш ҡушмаҡсы?

Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”
Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”

Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәсән Усманов шифалы үләндәр йыйырға ярата. Ошо көндәрҙә ғаиләһе менән болон-ҡырҙарға сыҡҡаны тураһында сәхифәһендә хәбәр итте ул.

"Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, тәмле булһын!

Һәр көнөгөҙ байрам кеүек йәмле булһын!

Шифалы үләндәргә бер ни етмәй. Бөгөн уларҙы ямғырҙан һуң барып йыйҙыҡ әле. Ферментацияларға һәм киптерергә генә ҡалды. Был эште Зиләгә тапшырам. Аллаһ бирһә, ҡыш буйы шифалы үләндән сәй эсергә яҙһын! Ә һеҙ шифалы үләндәр йыйҙығыҙмы әле?" – тип яҙҙы йырсы.

Фотолар Хәсән Усмановтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”
Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”
Хәсән Усманов: “Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас