Матур үтһен ялығыҙ
25 Июль 2023, 12:00

Бына кәзә ҡарап тора...

Һүрәте - һүрәт, тапҡыр яуап кәрәк

Бына кәзә ҡарап тора...Бына кәзә ҡарап тора...
Бына кәзә ҡарап тора...

Был фотоны Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Вил Лутов төшөрөп ебәргән. Уларҙың баҡсаһында үҫкән кәбеҫтәгә ҡыҙығып килгән кәзә тәкәһе тоҙаҡҡа эләккән! Вил Әхсән улы тәкәне ысҡындырып ебәрер алдынан уны фотоға төшөргән һәм ошондай шиғыр юлдары яҙған: 

Кәбеҫтәгә ҡыҙығып,
Башты тыҡтым сеткаға.
Ҡотолоу юлын тапмайым
Килеп ҡаптым сектаға.

 

Был фотоға ҡарағас, һеҙҙең башта нндәй шиғыр юлдары тыуҙы? Комментарийҙарға яҙығыҙ!

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас