

30 йәштән һуң тире менән нимә була?
Тире һығылмалылығы һәм тығыҙлығы кәмей; уның регенерацияһы әкренәйә; мимик йыйырсыҡтар, шулай уҡ танау һәм танау-йәш йыйырсыҡтары нығыраҡ сағыла.
Ҡартайыуҙы туҡтатып булмаһа ла, йәшлекте оҙайтып була.
Бының өсөн ҡиммәтле процедураларһыҙ ҙа өйҙә ҡул аҫтында булған нәмәләрҙән төрлө битлектәр эшләргә мөмкин.
Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ:
1 аш ҡалағы сүпрә (әсетке, пакмай)
2 аш ҡалағы водород перекисе (3% перекись водорода). Ошо ике ингредиентты сөм быяла һауытта ҡушып болғатырға ла бит, муйын тиреһенә һыларға. 15-20 минуттан йылымыс һыу менән сайырға. Тирегеҙ сабыйҙыҡы кеүек йомшарып китер, йөҙөгөҙ ағарыр, һипкелдәрҙән, таптарҙан ҡотолорһоғоҙ.
Бындай битлекте йәй көнө аҙнаһына ике тапҡыр, ҡыш – бер тапҡыр эшләргә кәңәш итәләр.
Даими эшләп торһағыҙ кершәндән (пудра) бөтөнләй баш тартырһығыҙ.