Матур үтһен ялығыҙ
4 Августа 2023, 12:00

Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ

Ялда яҡындарығыҙҙы тәмлекәстәр менән ҡыуандырығыҙ. Рецепты диуарығыҙҙа һаҡларға онотмағыҙ

Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙУниверсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ

Был ҡамыр рецебы һәр хужабикәнең рецептар тупланмаһында булырға тейеш. Еңел, тиҙ әҙерләнә, һәм иң мөһиме ул универсаль. Был рецепт менән бынан ете йыл элек аш-һыу оҫтаһы Фирүзә Ибраһимова бүлеште. Һеҙҙең алыштырғыһыҙ, иң яратҡан рецептарығыҙҙың береһенә әйләнер. Ҡамырҙан май икмәктән алып пиццаға тиклем бешереп була. Мейестә бешкән берәмәс, өсбошмаҡ, татлы пирогтар ҙа телеңде йоторлоҡ тәмле, йомшаҡ бешә.

Ингредиенттары бик ябай:

  • 1,5 стакан йылы һыу,
  • 2 аш ҡалағы шәкәр,
  • 4-5 стакан он,
  • 10 гр. сүпрә,
  • 0,5 стакан шыйыҡ май,
  • тәменсә тоҙ.

Әҙерләү:

Йылы һыуға 4 аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡушып болғатаһың, сүпрә өҫтәп тағы болғап ҡаплап йылы урынға әсетергә ҡуяһың. Масса күпереп сыҡҡас тоҙ, шыйыҡ май ҡушып ҡамыр баҫаһың да ҡаплап йылы урынға ҡалҡытырға ҡуяһың. Ҡалҡып сыҡҡас яҡындарыңды ҡыуандырып тәмлекәстәр бешерергә була. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор фотолары.

Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Универсаль ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас