

Раушания Мөлөкова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик тәмле сметанник әҙерләү өсөн рецепт тәҡдим итә.
Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:
200гр май йәки маргарин( бүлмә температураһында)
4 аш ҡалағы шәкәр
бер йомортҡа
0.5 сәй ҡалағы тоҙ
100 -120гр. йылы һыу
сүпрә 1 ҡап ( 11гр.)
кәрәгенсә он
Эслек өсөн:
400грамм кибет ҡаймағы
Өс йомортҡа
4 аш ҡалағы шәкәр
Бер аш ҡалағы крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була!)
Грек сәтләүеге( булмаһа ла ярай!
Эш барышы:
Йылы һыуға сүпрәне 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он һалып, болғап ситкә ҡуйып торабыҙ.
Артабан йомшаҡ майға шәкәр, йомортҡа, тоҙ алдан ҡабартылған сүпрә һалып ҡулға йәбешмәҫлек кенә иттереп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм 30минут ситкә ҡуйып торабыҙ.
Ул арала эслек әҙерләйбеҙ.
Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, крахмал һалып болғайбыҙ.
Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ генә йәйеп ситтәрен күтәрә береберәк табаға һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен киҫеп сығып "башаҡ" формаһы иттереп биҙәп әҙер эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә йыуып киптерелгән сәтләүекте ваҡлап өҫтөнә һибеп эҫе генә мейескә(180 º-200º) 40-45мин. оҙатабыҙ.
Ошо ингредиенттарҙан ике бәлеш сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм текст сығанағы: Раушания Мөлөкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.