Матур үтһен ялығыҙ
15 Сентябрь 2023, 14:00

Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?

Йылы көндәр оҙаҡҡамы? Белгестәр фекерен ҡарап үтәйек...

Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?
Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар күҙаллауынса, ошо айҙың аҙаҡтарына - анығырағы 27-һенә - тиклем көндәр матур торасаҡ. Уртаса һауа температура көндөҙ +19, +22 градус була, ә төндәрен +8,  +12 градусты күрһәтә. Был киләһе аҙналағы ике-өс көн һалҡынды иҫәпләмәгәндә (бер аҙ ямғыр яуа тип фаразлана).

28 сентябрҙән һиҙелерлек һалҡынайта - термометр бағанаһы төндә +6 градус, көндөҙ +16 градус тирәһе булыр тип күҙаллана. Ай аҙағында ямғыр яуыуы ихтимал.

Октябрь һалҡынса башлана. 1 октябрҙә көндөҙ +12, ә төндә +5 градус тирәһе була.

Фото: В. Рәхмәтова.

 

 

Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?
Сентябрҙең ҡалған яртыһында ниндәй һауа торошо көтә?
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас