

Зәңгәр күк көмбәҙе аҫтында алтын ҡала! Стәрлетамаҡ ҡалаһының көҙгө матурлыҡ хакимлыҡ иткән парктары, урамдары хайран ҡалдырырлыҡ. Лира Лоҡманованың фотоларын бергәләп ҡарап, матур миҙгелдең һәр көнө менән һоҡланайыҡ! Александр Сергеевич Пушкиндың барыбыҙға билдәле шиғырындағы күренештәр күҙ алдына баҫа. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова ул шиғри юлдарҙы бына нисек оҫта тәржемәләгән:
Моңһоу мәлдәр!Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.
Фото: Лира Лоҡманова.