Матур үтһен ялығыҙ
7 Октябрь 2023, 04:00

Был емеш ныҡ файҙалы

Бигерәк тә төрлө сирҙәр таралған осорҙа унан өҙөлмәгеҙ

Был емеш ныҡ файҙалыБыл емеш ныҡ файҙалы
Был емеш ныҡ файҙалы

Һүҙ киви тураһында бара. Унда С витамины әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда күберәк, шулай уҡ калий, кальций, Е витаминына бай. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк сирлеләргә файҙалы. Өҫтәүенә, калорияһы әҙ булғанлыҡтан, диетик аҙыҡ һанала. Киҙеү, респираторлы, йоғошло сирҙәр аҙарынғанда уны рационға индереү һөҙөмтәле.

Киви менән бер нисә рецепт.

*Бер кивины иҙеп, уға бер балғалаҡ бал ҡушырға һәм йоҡларҙан алда ашарға. Былай дауланыу һыуыҡ үткәреп ауырығанда ярҙам итә.

*Витаминлы коктейль былай әҙерләнә: ҡырылған уртаса бер кишер, иҙелгән бер киви, бер ҡалаҡ балды бер стакан кефирға һалып болғатырға. Был эсемлек ауырығандан һуң организмды нығытырға булышлыҡ итә.

*Киви составында май кислоталарын яндырыусы һәм ҡан тамырҙарына тромб барлыҡҡа килеүҙе кәметеүсе матдә барлығы асыҡланған. Көнөнә 2-3 киви ашағанда хәл яҡшырғаны һиҙелә.

*Тән бешкәндә йә өшөгәндә иҙелгән бер кивины бер балғалаҡ зәйтүн майы менән болғатып, ауыртҡан урынға ябырға кәрәк. Яра тиҙ уңалыр.

Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Фото:lovefood.com

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас