+24 °С
Ямғыр


Салауат районының Малаяҙ ауылында Республика көнөнә арналған “Көҙ бүләктәре” конкурсы һәм йәрминкәһе гөрләп үтте. Ябай ғына йәрминкә булманы ул, ә көҙгө мөғжизәләр, фантазияға бай ауылдаштар ҡулында “йәнләнгән” ҡабаҡ-кәбеҫтәләр, сәй табындары, ҡул эштәре бер кемде битараф ҡалдырманы.
Конкурста Торналы, Мөрсәлим һәм Лаҡлы ауыл биләмәләре уңғандары еңеүгә лайыҡ булып, яҡташтарының хөрмәтен яуланы.
Фото: “Салауат ерендә”.