-1 °С
Болотло
Уны икенсе төрлө “ялҡау" хачапури тип йөрөтәләр.
Ингредиенттар:
▪ 300 г эремсек
▪ 3 йомортҡа
▪70 г сыр
▪70 г он ( ондоң күләме эремсектең дымлылығына бәйле, әҙләп өҫтәргә була)
▪Бер семтем тоҙ
▪0,5 балғалаҡ ҡабартҡыс
Әҙерләү:
▪Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып яҡшылап болғатырға кәрәк.
▪ Һуңынан табаға ҡоймаҡ ҡойған һымаҡ майланған табала талғын утта ҡапҡас аҫтында бешерәбеҙ.
▪Хачапуриның аҫҡы яғы ҡыҙарһа әйләндерәбеҙ. Ике яғы ҡыҙарһа әҙер була. Бешеп сыҡҡас аҡ май менән майларға мөмкин.
Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: "Бәйләнештә".