Матур үтһен ялығыҙ
22 Октябрь 2023, 03:00

Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы

Яҡындарын ул был тәмлекәс менән йыш һыйлай. 

Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебыРузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы
Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы

Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина үҙешмәкәр йырсы, көйҙәр ижад итеүсе генә түгел, аш-һыуға ла бик оҫта апай. Бигерәк тә уның бауырһаҡтары уңып бешә. “Башҡортостан “ гәзите уҡыусыларына ул был юлы балалары яратып ашаған, байрамдарҙа һәр ваҡыт табынын биҙәгән “Генерал” тортының рецебын тәҡдим итә.

-Бының өсөн 5 йомортҡа, 150 г аҡ май, 1стакан ҡала ҡаймағы, 2 стакан шәкәр ҡомо, 2 стакан он кәрәк. Бер балғалаҡ соданы уксуста һүндереп алырға һәм барыһын бергә яҡшылап болғатырға һәм өс өлөшкә бүлергә. Ә бер өлөшөнә какао ҡушырға кәрәк. Йәймәләрҙе духовкала бешереп алырға. Кремды аҡ май һәм ҡуйыртылған һөттән эшләйем. Йәймәләрҙең ситен тигеҙләп киҫеп, араларына кремды буяп ҡатлайым. Өҫтөн үҙем теләгәнсә биҙәйем, - ти Рузалия ханым.

Бик тәмле килеп сыға. Ял көндәрендә, байрамдарҙа  яҡындарығыҙҙы, ҡунаҡтарҙы  һыйларға шәп ризыҡ.

Фото:Рузалия Ниғмәтуллинаның архивынан.

Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы
Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы
Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы
Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас