Матур үтһен ялығыҙ
23 Октябрь 2023, 11:00

Тәнзилә Дәүләтбирҙина оҫта балыҡсы ла икән!

Билдәле шағирәбеҙ ялын бик файҙалы үткәргән. Хатта балыҡ тоторға ла барған)

Тәнзилә Дәүләтбирҙина оҫта балыҡсы ла икән!Тәнзилә Дәүләтбирҙина оҫта балыҡсы ла икән!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина оҫта балыҡсы ла икән!

Билдәле шағирәбеҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙинаны күп яҡлы талантҡа эйә шәхес итеп беләбеҙ. Ул спорт менән дә ифрат дуҫ. Ә бына уның балыҡсы ла икәнен күбеһе белмәгәндер ҙә әле)

Шағирә бөгөн "Бәйләнештә" селтәрендәге шәхси сәхифәһендә ялдарын нисек үткәреүе тураһында яҙма ҡалдырҙы.

"Ял көндәрем ҡыҙыҡ үтте был юлы. Шәмбелә скандинав таяҡтарым менән байтаҡ юл үтеп, урамдағы фитнес ҡоролмаларында рәхәтләнеп шөғөлләнгәйнем, йәкшәмбе иртәһендә Ағиҙелгә кеше ыңғайына балыҡҡа барҙым. Өфөлә лә ошондай хәтәр ҙур балыҡ тоторға була икән дә! 1 кг 500 грамм", - тип яҙып, арыу ғына балыҡты тотоп төшкән фотоһы менән дә уртаҡлашты Тәнзилә Сәлих ҡыҙы. Афарин, һәр йәһәттән булдыраһығыҙ, тибеҙ уға! 

Фото - Т.Дәүләтбирҙинаның шәхси сәхифәһенән.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас