+21 °С
Болотло


Бер стакан тары ярмаһына өс стакан һыу ҡойоп, иҙелеп кенә торған бутҡа бешерергә. Ярты стакан һөткә шәкәр, сүпрә, он һалып, 30 минут әсетергә лә, бутҡаға ошо массаны, өс йомортҡаны, ярты стакан һөт, ике стакан он, тоҙ ҡушып, тағы ҡабартып алырға.
Ике сәғәттән ҡоймаҡты бешерергә лә була.
Сәйегеҙ - тәмле,ялығыҙ файҙалы үтһен!
Фото һәм сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы