Матур үтһен ялығыҙ
18 Ноябрь 2023, 02:00

Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?

Башгидрометүҙәктә хәбәр итеүҙәренсә, ноябрҙең тәүге яртыһында субтропик һауа массаһы өҫтөнлөк итеү сәбәпле йылы торҙо. Уртаса температура норманан 4-7 градусҡа юғары булды. Ә ял көндәрендә, синоптиктар фаразынса, республикала...

Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?
Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?

Башгидрометүҙәктә хәбәр итеүҙәренсә, ноябрҙең тәүге яртыһында субтропик һауа массаһы өҫтөнлөк итеү сәбәпле йылы торҙо. Уртаса температура норманан 4-7 градусҡа юғары булды.

Ә ял көндәрендә, синоптиктар фаразынса, республикала һиҙелерлек һалҡынайта. Ел төньяҡтан, һауа температураһы төндә -5, -10 градусҡаса төшә, аяҙайтҡанда -15 градус һалҡын, көндөҙ -2, -7 градус.

18 ноябрҙә урыны менән ҡар яуыуы көтөлә, 19 ноябрҙә аяҙ. Әҙ күләмдәге яуым-төшөм республиканың айырым райондарында ғына.

Синоптиктарҙың алдан фаразлауы буйынса, Башҡортостанда 21-22 ноябрҙә ҡар яуыуы көтөлә.

Юлдарҙа томан төшөү, боҙлауыҡ ҡаплау ихтималлығы тураһында иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Һаҡ булығыҙ!

Автор фотоһы.

Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?
Ошондай һауа торошона әҙерме һеҙ?
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас