

Билдәле йырсы Өфөлә аяғына операция яһатҡан.
“Барыһы ла яҡшы, иртәгә ҡайтаралар. Уйланым-уйланым да ҡапыл бер кемгә лә әйтмәй операцияға инеп яттым. Әсәйем менән ғаиләмә икенсе көнөнә генә әйттем. Төркөмгә лә шок булды. Операция 2,5 сәғәт барҙы. Билдән һөйәкте ватып алып, аяҡҡа ҡуйҙылар. Аяҡҡа кимерсәк үҫкән булған, уны ла ҡырҡып алдылар. Ҡотолдом, Аллаға шөкөр.
Ошо ике көндә тамашасыларымдан бик күп матур теләктәр килә, күстәнәстәр ебәрәләр. Береһе бүләгенә исемен дә яҙып тормаған.
Бөгөн яныма дуҫым Мирхәт Ғайсин килде. Башҡа дуҫтарым да хәлемде белеп, матур теләктәр яҙып тора. Аллаһтың рәхмәте яуһын барыһына ла!” – тип хәле тураһында яҙған йырсы.
Фирдүскә тиҙерәк һауығып, тамашасыларын яңынан-яңы йырҙары менән һөйөндөрөүен теләйбеҙ!
Сәғанаҡ һәм фото: Интертат.