

Бөрйән районы Әтек ауылында йәшәгән Илшат Сибәғәт улы ауылдаштарын, айырыуса бала-сағаны ҡыуандырыр өсөн ҡарҙан һындар эшләй. Улар араһында йәнһүрәт геройҙары ла, әкиәт персонаждары ла бар. Быйыл төп герой – аждаһа.
Ауылдаштары әйтеүенсә, оҫтаға һәләт тәбиғәттән бирелгән. Илшат Сибәғәт улы бик матур итеп һүрәттәр төшөрә икән. Яңы йыл байрамдарына тиклем оҫтаның ишек алдында ҡупшы шыршы ла, тау ҙа ҡалҡасаҡ.
Ә һеҙ быйыл ишек алдына ҡарҙан йә боҙҙан һындар эшләп ҡуйҙығыҙмы?
Фото һәм видео Илшат Йәнбирҙендең шәхси архивынан алынды.